2022 йыл – Рәсәй халыҡтарының мәҙәни мираҫы йылына ҡарата

Телмәребеҙгә рус теле шул хәтлем ныҡ һеңгән, таҙа башҡортса һөйләште бик һирәк ишетергә тура килә, унда-бында рус һүҙе мотлаҡ ҡушылып китә. Башҡортса һөйләшкәндә лә телмәребеҙ ярлы, ғәҙәттә ябай һүҙҙәр ҡулланабыҙ. Был яҙмабыҙҙа солоҡсолоҡ кәсебенә генә хас һүҙҙәр менән таныштырып үтмәксебеҙ.

Иң тәүҙә солоҡ һүҙенә туҡталайыҡ. Солоҡ (борть) тип солоҡсо ағаста махсус эшләгән яһалма ағас ҡыуышы, солоҡ ағасына ҡунған ҡорттар солоҡ ҡорттары (бортевые пчелы) тип атала. Ә инде ағастағы тәбиғи ҡыуыштарға ҡунған ҡорттар ашҡан ҡорт (дичок) була.

Солоҡсо юнған солоҡҡа бал ҡорттары күс айырған ваҡытта үҙҙәре ҡуна. Бының өсөн разведчик ҡорттар алдан ҡуныр солоҡ ҡарап ҡуялар. Буш торған солоҡтарҙы ҡорттарҙың алдан килеп ҡарауы (разведка яһауы) биләм биләү тип атала. Күренекле сәйәсмән һәм дәүләт эшмәкәре Әхмәтзәки Вәлиди Туған үҙенең “Хәтирәләр” китабында былай тип яҙа: “... Был ваҡытта умартасылыҡта биләм ҡарау тигән эш иң зауыҡлы һанала. Солоҡтарға “буш ҡорт” күстәренең яңы айырылғандарының был умарталарҙы ни дәрәжәлә ҡабул итеү-итмәүен ат өҫтөндә ултырған килеш күҙәтеүҙән тора. Беҙҙең милкебеҙ иҫәпләнгән солоҡ ағастары тауҙарҙа йәки үҙәндә булғанлыҡтан, көнөнә һыбай килеш иң күбе утыҙ-ҡырҡ саҡрым юл үтеп, ун-ун биш умартаны ҡарап сығырға мөмкин. Йылына ни бары ун биш көн дауам иткән биләм ҡарауға мин дуҫым Ибраһим Ҡасҡынбай менән бергә сыға торғайным...”.

Солоҡ ағасын һайлағанда уның йыуанлығы, йүкәлектәрҙең һәм таҙа һыулы йылғаларҙың яҡынлығы иҫәпкә алына. Ағас уңышлы һайланып, солоҡ бөтә нескәлектәре менән өңөлһә лә, ҡорт бер тапҡыр ҙа ҡунмаған солоҡ ағастары була, уларҙы ҡунмай ағас тип йөрөтәләр.

Солоҡта беренсе йыл йәшәгән ғаилә бала ҡорт, икенсе йылынан – ҡара ҡорт.

Бал йыйыу осоронда дөрләш тип аталған хәлде күҙәтергә була. Солоҡ ағасы эргәһендә ҡорттарҙың биләм ваҡытындағы кеүек уйнап тороуы дөрләш тип йөрөтөлә. Был ҡорттарҙың инәһе булмай. Ҡайһы берҙәренең 10-15 см оҙонлоҡ самаһында  кәрәҙ һуҙып, бер аҙ бал йыйыуы мөмкин. Бал йыйыу осоро тамамланғас, был ғаилә юҡҡа сыға. Әлеге ваҡытта был күренешкә фәнни аңлатма юҡ. Солоҡсоларҙың ике төрлө фаразы бар: 1) дәррәү бал йыйған ваҡытта ғаиләнең ялҡау вәкилдәре “эштән ҡасып торалар”; 2) солоҡтағы йәки умарталағы ҡорттар, эҫе көндәрҙә ояны һыуытыу маҡсатында, бер аҙға ғаиләнән китеп тора. Дөрләш ғәҙәттә ауылдан 1-2 километр алыҫлыҡта йыш осрай.    

Көҙгөһөн солоҡсо ояны ҡышҡылыҡҡа әҙерләгәндә ҡапҡаҡты вентиляция булырлыҡ итеп ек ҡалдырып яба. Әгәр солоҡта вентиляция етерлек булмаһа, бал ҡорттары бүлеп сығарған һыу парҙары конденсатҡа әйләнеп, стеналарға ултыра. Ҡаты һыуыҡтар башланғас, һыу парҙары тәүҙә бәҫкә, аҙаҡ боҙға әйләнә. Боҙланыу, ғәҙәттә, солоҡтоң иң һыуыҡ ере – иҙәненән башланып, яйлап өҫкә күтәрелә. Боҙ өҫкә менә торғас, бал ҡорто тубына етә, ҡорттарҙы ныҡ итеп бер-береһенә һыйынырға мәжбүр итә. Һөҙөмтәлә бал ҡорто ғаиләһе өшөп үлә, солоҡсолар теле менән әйткәндә “ҡорттарҙы һыя ҡыҫҡан”.

Солоҡтарҙы ҡышҡа әҙерләгәндә буш солоҡтар осрауы мөмкин. Ҡышҡа етерлек бал йыйһа ла, ҡайһы бер ғаиләләр көҙгөһөн солоҡто ташлап китә, уларҙы күк ҡорто тип атайҙар.

Ҡышҡыһын солоҡта бал ҡорто ғаиләһенең тереме-юҡмы икәнен ҡылауға ҡарап белеп була. Ҡылау – кейәнән йылы пар сығып, кейә ситтәренең ағарып, бәҫләнеп тороуы.

Телебеҙ – бай һәм үҙенсәлекле. Бөгөнгө көндә рус, инглиз, ҡытай һәм башҡа телдәрҙе белеү мөһимдер, әммә глобализация тип мәҙәни мираҫыбыҙҙы юғалтмаһаҡ ине.

P.S. Яҙманы баҫмаға әҙерләгәндә ярҙам иткәндәре өсөн солоҡсолар Сынтимер Иҫәнғужинға, Сабит Ғәлинға, Басир Мостафинға рәхмәтемде еткерәм.

Автор статьи

Хамидуллина Таслима Гайнулловна

Заместитель директора по экологическому просвещению и туризму – начальник музейно-экскурсионного комплекса.
Образование высшее, специальность – юриспруденция.
Окончила Институт права Башкирского государственного университета в 2011 г.
В заповеднике работает с 2008

Другие новости