Эш эҙләйем…

Главная » Новости » Эш эҙләйем…

Бөгөнгө көндә эшкә урынлашыу - йәштәр алдында торған иң ҙур һынауҙарҙың береһе. Элегерәк йәш белгестәрҙең йүнәлтмә буйынса эшкә урынлашыу мөмкинселеге булһа, хәҙер һәр кем үҙ йүнен үҙе күрә. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, юғары уҡыу йортон яңы тамамлаған, эш стаждары булмаған йәштәрҙе ойошмалар эшкә алырға тырышмай. Шуға күрә кемдер таныштары аша эш эҙләй, кемдер иғландар, интернет сайттарын барлай, туранан-тура ойошмаларға мөрәжәғәт итеүселәр ҙә бар. 
Ә инде вакант урын тапҡан осраҡта күптәргә әңгәмәләшеү тигән тәүге һынауҙы үтергә кәрәк. Әңгәмәләшеү ваҡытында эш биреүсе йәш белгесте һынап ҡына ҡалмай, ошо ваҡытта уҡ улар араһында тәүге эшлекле бәйләнештәр урынлаша. Эш биреүсегә иң мөһиме йәш белгестең мөмкинлектәрен барлап уға күберәк эш йөкмәтеү, уның тәжрибәһеҙлеген файҙаланып уға бәләкәй эш хаҡы тәғәйенләү. Эш эҙләүсе йәш кеше лә ошо моментты файҙаланып эш режимы, уға йөкмәтеләсәк бурыстар, эш хаҡы, ял көндәре, социаль пакет һәм башҡалар тураһында күберәк информация тупларға тейеш.
Был яҙмала мин эш эҙләүселәрҙе әңгәмәләшеүҙең ҡайһы бер үҙенсәлектәре менән таныштырып үтергә теләйем. Әйтеп үтергә кәрәк, мин музей-экскурсия комплексында эшләйем. Комплексты экскурсоводтар менән комплектлау, ҡыҙҙар-егеттәрҙе эшкә өйрәтеп, музейҙарҙың эшмәкәрлеген тәьмин итеү – минең бурыс. Беҙҙә эшләргә теләүселәрҙең һаны йылдан-йыл арта, мәҫәлән, уҙған 2011 йылда 22 вакант урынға 40 кеше дәғүә итте. Был бер урынға 2 кеше, тигән һүҙ. Беҙҙең ойошмала ла экскурсоводтар эшкә әңгәмәләшеү нигеҙендә алына. Миңә һуңғы өс йылда әңгәмәләшеүҙә комиссия составында булырға тура килде. Үҙемдең күҙәтеүҙәремдән сығып бөгөн студенттарға бер-нисә кәңәшемде, теләк-тәҡдимдәремде еткергем килә.
Шулай итеп, һеҙҙе әңгәмәләшеүгә саҡырҙылар.
1. Үҙ-үҙеңде рекламай белеү.
Бөтә дәғүәселәргә лә мотлаҡ бирелгән һорауҙарҙың береһе: "Ни өсөн мин һеҙҙе эшкә алырға тейешмен?". Эш һорап килгән йәш кеше үҙ-үҙен рекламалай белергә тейеш. Һеҙҙе эш биреүсе беренсегә күрә, шуға һеҙ үҙегеҙҙең яҡшы яҡтарығыҙҙы һанап үтергә тейешһегеҙ. Тик күптәр ошо урында шымып ҡала. Тыйнаҡлылыҡ – яҡшы сифат, әлбиттә, әммә һеҙ үҙегеҙҙе маҡтай белергә тейешһегеҙ. Үҙегеҙҙе үҙегеҙ маҡтамаһағыҙ, һеҙҙе кем маҡтар? Әммә "сама" төшөнсәһе тураһында ла онотмағыҙ. Үҙегеҙгә тура килгән бер-нисә яҡшы сифатты әйтеп үтеү самаһыҙ маҡтауға ҡарағанда күпкә отошло. Шуға күрә был һорауға алдан әҙерләнеп килеү хәйерле.
Әгәр ҡайҙалыр ваҡытлыса булһа ла эшләгәнһегеҙ икән, шул турала әйтеп үтергә онотмағыҙ. Хеҙмәт кенәгәгеҙҙә эш стажығыҙҙы раҫлаусы яҙыуҙар булһа, тағы ла һәйбәтерәк. Шуға күрә эшкә урынлашыу менән, ул эш ваҡытлыса булһа ла, хеҙмәт кенәгәһе астырыу мөһим.
2. Эш биреүсе һәм вакант эш урыны тураһында информация туплау.
Ғәҙәттә беҙгә эшкә урынлашырға студенттар килә. Сөнки беҙҙә сезонлы эш, һәр кемде тик бер айға ғына килешеү нигеҙендә эшкә алабыҙ. Был студенттар өсөн йәйҙең бер айын файҙалы үткәреп, үҙҙәре өсөн бер аҙ аҡса эшләп алыу өсөн яҡшы мөмкинлек булып тора. Ғаризалар март айында ҡабул ителә башлай, әңгәмәләшеү иһә май айында үткәрелә.
"Беҙҙең ойошма, беҙҙең эшмәкәрлек тураһында ниҙәр әйтә алаһығыҙ?", "Һеҙҙеңсә, кем ул экскурсовод, ул ниндәй эштәр башҡара?". Ошо ябай ғына һорауҙар алдында ла күптәр юғалып ҡала. Ғариза яҙған ваҡытта уҡ студенттарға үҙебеҙҙең яҡтан методик ярҙам тәҡдим итәбеҙ, консультация үткәрәбеҙ. Шуға ҡарамаҫтан, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, күптәр әҙерлекһеҙ килә. Был йәш кешеләр эш биреүселә үҙенә ҡарата кире фекер тыуҙыра, унда етди булмаған, эшкә илке-һалҡы ҡараған хеҙмәткәрҙе күрәһең.
Эш эҙләүселәргә бирелгән "ауыр" һорауҙарҙың береһе: "Һеҙ үҙегеҙҙең эшегеҙ өсөн күпме эш хаҡы алырға теләр инегеҙ?". Беҙҙә экскурсоводтар, башҡа дәүләт ойошмаларындағы хеҙмәткәрҙәр кеүек үк, штат расписаниеһында ҡаралған эш хаҡын ала, әлбиттә. Коммерция нигеҙендә эшләгән ойошмаларға барғанда был һорауға алдан әҙерләнеп ҡуйыу мөһим. Был һорауҙың маҡсаты бик ябай – эш эҙләүсенең талабынан сығып, уға эш хаҡының размерын билдәләү. Әгәр эш эҙләүсе билдәләнгән сумманан түбәнерәк хаҡ әйтә икән, эш биреүсе шул эш хаҡын билдәләйәсәк. Шуға күрә әңгәмәләшеүгә барыр алдынан һеҙ үҙегеҙ дәғүә иткән вазифа буйынса башҡа компанияларҙың, ойошмаларҙың эш режимын һәм эш хаҡы кимәлен белешеп барығыҙ. Юҡһа һеҙгә ҙур күләмдәге эш өсөн бәләкәй эш хаҡы тәғәйенләйәсәктәр.
3. Эш биреүсенең иҫендә ҡалыу.
Һеҙ, эшкә дәғүә итеүселәр, күп, шуға күрә һеҙ эш биреүсенең иҫендә ҡалырға тейешһегеҙ. Төплө яуаптарҙан тыш һеҙ үҙегеҙҙе башҡа яҡтан да күрһәтергә тырышығыҙ.
Кемдер үҙенең тәбиғилеге, үҙ-үҙен тотошо менән иҫтә ҡала. Мәҫәлән, Әлфинә ни өсөн тарих факультетын һайлауы, Гөлфинә ҡабул итеү имтихандары ваҡытында үҙе менән булған мажаралары, Винер Бөрйән районында агрономия өлкәһендәге проблемалар тураһында ихлас һөйләүҙәре менән шунда уҡ комиссияла ултырыусыларҙың иҫендә ҡалдылар. Ғаризаларҙы яңынан барлағанда Эльвинаның күҙҙәре, Ғәлимдең ихлас йылмайыуы, Гүзәлдең тыныслығы, Динараның толом-толом сәстәре шунда уҡ күҙ алдына килде.
Кемдер үҙенең тышҡы ҡиәфәте менән иҫтә ҡала. Быйыл, мәҫәлән, ҡыҙҙарҙың барыһы ла салбарҙа килгән ине. Улар араһында килешле күлдәк, бейек үксәле туфли кейеп килгән Альбина, әлбиттә, шунда уҡ күҙгә ташланды. Динистың ҡара тирәсле очкиһы, Айгөлдөң сағыу төҫтәге курткаһы, Розаның үҙенә килешеп торған прическаһы уларҙы башҡаларҙан айырып тора ине…
4. Көтөлмәгән, стандарт булмаған ситуацияларға әҙер булыу.
Комиссияла ултырғанда эшкә бәйле һорауҙарҙан тыш, мин студенттарҙан үҙҙәре тураһында һөйләүҙәрен һорайым, башҡаларҙан айырмалы рәүештә уларҙың ниндәй өҫтөнлөктәре булыуы менән ҡыҙыҡһынам. Әңгәмә барышында көтөлмәгәндә мин уларҙы бүлдереп түбәндәге һорауҙарға оҡшаш берәй шаян һорау бирәм: "Самолетта стоп-кран ниндәй төҫтә?", "Гөбөргәйел менән жираф: уларҙың ҡайһыныһы шәберәк йүгерә?", "Ни өсөн таблеткалр аҡ һәм шыма?". Күптәр был осраҡта юғалып ҡала. Һеҙ ҙә был һорауҙарҙың ниндәй ҡыҫылышы бар, тип һорарһығыҙ. Был һорауҙарҙың маҡсаты бер – эшкә дәғүә итеүсене стандарт булмаған ситуацияларҙа һынап ҡарау, ауыр ситуацияны нисек хәл итеүҙәрен ҡарау. Ә яуаптарҙың дөрөҫлөгө мөһим түгел. Экскурсанттар араһында төрлө кешеләр осрай, улар экскурсия ваҡытында шундай һорауҙар бирәләр йәки шундай реплика әйтәләр, хет үлтерһендәр, артабан һөйләп алып китергә лекцияның тексы иҫкә төшмәй ҙә ҡуя. Бына шундай осраҡта нисек тә булһа ситуациянан сығырға, лекцияны артабан һөйләргә кәрәк. Ошо маҡсаттан сығып шундай көтөлмәгән һорауҙар бирелә лә инде.
Эш биреүсенең күҙлегенән сығып, йәштәргә мин ошо кәңәштәремде еткерергә теләнем. Бәлки, күптәрегеҙ өсөн был яңылыҡ түгелдер, шулай ҙа минең күҙәтеүҙәрем бер йәш кешегә булһа ла эшкә урынлашырға ярҙам итһә, мин бик шат булыр инем.

Т. Хәмиҙуллина,
"Шүлгән-Таш" ҡурсаулығы хеҙмәткәре


ФГБУ "Государственный природный заповедник "Шульган-Таш"

453585, РБ, Бурзянский район, д.Иргизлы, ул.Заповедная,14

тел.: +7 (34755) 3-35-41

создание и продвижение сайтов в городе Стерлитамак

Введите ваш запрос для начала поиска.