«Йыл килене – 2018»

       Бөрйән районында «Мәсем» йәштәр клубы тарафынан ойошторолған «Йыл килене» конкурсы үтте. Конкурс традиция буйынса Айбулат Ишморатов башҡарыуында «Туй күлдәге» йыры менән башланып китте. Был йыр аҫтында бөрйән килендәре үҙҙәренең туй күдәктәрен күрһәттеләр. Әлбиттә, һылыу килендәрҙең күлдәктәре лә күҙҙең яуын алып тора. Ҡайһы берҙәре зауыҡ менән үҙенсәлекле биҙәлгән.

Быйыл конкурста бөтәһе ун килен көсөн һынаны. Ырғыҙлы ауылынан «Шүлгән-Таш» ҡурсаулығы хеҙмәткәре Айһылыу Ноғоманова ҡатнашты.

Беренсе конкурс туй күлдәгендә дефиле булһа, икенсеһе – үҙең менән таныштырыу. Уңған, тырыш килендәр үҙҙәрен дәртле бейеүсе лә, моңло йырсы ла, оҫта ҡуллы хужабикә лә, профессиональ ашнаҡсы ла итеп күрһәттеләр. Шулай ҙа, улар тәү сиратта яғымлы әсә, яратҡан ҡатын һәм егәрле килен.

Ырғыҙлы килене Айһылыу туй күлдәген башҡорт милли кейеменең элементтары менән тулыландырған. Был уға айырыуса зауыҡ өҫтәп тора. Үҙе менән таныштырып үткәндә, беренсе тапҡыр сәхнәлә булыуына ҡарамаҫтан, дәртле бейеүсе, оҫта шиғыр һөйләүсе итеп күрһәтте.

 

Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары тыйнаҡлылығы, оялсанлығы менән айырылып тора. Шуға күрә, кеше алдында һөйөү хистәрен асып һалыу уларға ауырыраҡҡа тура киләлер. Конкурстың киләһе этабында килендәр әллә урғылып торған һөйөү хистәренән, әллә оялыуҙан ныҡ ҡына тулҡынланалар ине. Айһылыу килен был конкурста тормош иптәше Фәнүр менән сәхнәгә сыҡты Улар бер-береһенә булған һөйөү хистәрен йыр аша белдерҙеләр.

Һуңғы конкурста килендәр оҫталыҡ дәрестәре күрһәттеләр. Бөрйән килендәре бигерәк егәрле икәндәр, улар араһында ниндәй генә һөнәр эйәләре юҡ…

Беҙҙең Айһылыу килен өй шарттарында еҫле һабын эшләү серҙәре менән бүлеште. Уның эшләгән төрлө төҫлө, формалы, хуш еҫле һабындары залда ултырыусыларҙың барыһын да ҡыҙыҡһындырғандыр.

Был үҙенсәлекле конкурс килендәргә яңы дәрт, дарман өҫтәй. Бындай конкурстар донъя мәшәҡәттәренән арынырға, кешеләр менән аралашырға, үҙеңде күрһәтергә ярҙам итә.

Ойоштороусыларға Бөрйән килендәренә шундай мөмкинселек биргәндәре өсөн ҙур рәхмәт. Килендәрҙең бөтәһенә лә һаулыҡ теләйбеҙ, артабан да шулай уңған, тырыш, егәрле, дәртле булып ҡалһындар.