“Шүлгән-Таш”ҡа Наурызға килегеҙ!

Төрки халыҡтарында киң билдәле Наурыз байрамы көн һәм төн тигеҙләшкән 21 март көнөнә тура килә. Фарсы теленән тәржемә иткәндә “наурыз”яңы көн тигәнде аңлата. Наурыз байрамы яңы тормош башланыуын символлаштыра һәм был көндә астрономик ҡояш календары буйынса Яңы йыл билдәләнә. БМО Генераль Ассамблеяһы тарафынан был көн Халыҡ-ара Наурыз көнө тип танылған һәм ЮНЕСКО-ның материаль булмаған мәҙәни мираҫы Исемлегенә индерелгән.

Барлыҡ теләүселәрҙе лә 31 март көнө “Шүлгән-Таш”  дәүләт тәбиғәт биосфера ҡурсаулығының музей-экскурсия комплексында Наурыз байрамын үткәреп Яңы йылды икенсе тапҡыр ҡаршы алырға саҡырабыҙ. Наурыз ғаилә байрамдарынан һанала, шуға күрә беҙ һеҙҙе бөтә ғаиләгеҙ менән көтәбеҙ. Байрам программаһында район мәҙәниәт йорто артистарының сығышы, уҡтан атыу, тюбингтарҙа шыуыу буйынса ярыштар, төрлө уйындар көтөлә. Әлбиттә, балалар өсөн дә күңел асыуҙар һәм төрлө уйындар буласаҡ.

Наурыз байрамында ҡатнашыусылар өсөн ҡаҙан аҫып усаҡта итле бутҡа бешереү ҡаралған. Шулай уҡ ҡайнар сәй һәм ҡоймаҡтар менән дә һыйлаясаҡбыҙ. Һатыу нөктәләре лә эшләйәсәк: ҡурсаулыҡ хеҙмәткәрҙәре сувенирҙар, бал менән , “Нәзәкәт” төркөмө милли орнаментлы сувенирҙары, Ғәҙелгәрәйҙән “Ағинәйҙәр” ҡоро милли ашамлыҡтар менән һатыу итәсәк.

Байрамда ҡатнашыу өсөн билет хаҡы – Бөрйән районы халҡына – 125 һум, балалары һә хаҡлы ялда булыусыларына – 65 һум. Ҡалған ҡатнашыусыларға 250 һум, балалар һәм хаҡлы ялда булыусыларға – 125 һум буласаҡ. Ябай көндәрҙә экскурсияға инеү хаҡын тәшкил иткән билет хаҡына байрамға инеү, уйындарҙа ҡатнашыу, төшкө аш (итле тары бутҡаһы, икмәк, сәй, баллы ҡоймаҡ), шулай уҡ музей-экскурсия комплексы һәм Шүлгән-Таш мәмерйәһенә экскурсия инә. Әйткәндәй, мәмерйә эсендәге Төп галереяла әле иң матур мәл – боҙ сталактит һәм сталагмиттар уға әкиәти матурлыҡ бирә, тылсым өҫтәй.

Ҡатнашырға теләүселәрҙе 31 март көнө сәғәт 11-ҙә ҡурсаулыҡтың музей-экскурсия комплексында көтөп ҡалабыҙ. Балаларҙың  яҙғы каникулының бер көнөндә милли байрамыбыҙ менән танышырға саҡырабыҙ. Беҙҙең менән онотолмаҫ ял көндәрен бергә үткәреп, Урал Батыр ерлегенән бөтмәҫ көс-дәрт алып ҡайтығыҙ, дуҫтар!

Һорауҙар буйынса 89674591766 (Тәслимә), 89677409930 (Ләлә) номерҙары буйынса  шылтыратырға мөмкин.