Бүләккә – мәмерйәгә сәйәхәт!

“Тан” гәзитенең “Бәйләнештә” социаль селтәре төркөмөндә “Таң” менән сыҡ юлдарга!” тип аталған фотоһүрәттәр конкурсы иғлан ителгәйне. Ошо конкурста ҡатнашырға теләк белдереп, еңгән ҡайхы бер райондаштарыбыҙ “Шүлгән-Таш” ҡурсаулығына сәйәхәт итеү мөмкинлеген биргән сертификат менән бүләкләнде. Был сертификат менән Иҫке Монасиптан Муллағоловтар ғаиләһе, Яуымбай мәктәбенең башланғыс класс уҡыусылары (етаксеһе Әлфиә Нурдәүләтова) ошо арала файҙаланды ла инде. Йәш сәйәхәтселәр ҡышҡы мәмерйәнең хозурлығына һоҡланып, тауҙан тюбингтарҙа шыуып, тәмлекәстәр менән ҡайнар сәй эсеп, ҙур тәьҫораттар менән ҡайтыр юлга сыктылар.

 

Азалия Ильина,

“Шүлгән-Таш” ҡурсаулығы хеҙмәткәре